Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
31 Август 2022, 14:34

Сир ҡапыл аяҡтан йыҡмаһын тиһәгеҙ...

Организмды нығытыр өсөн, йөрәкте хәстәрләп, ҡан тамырҙарын даими таҙартып торорға һәр кемдең ҡулынан килә. Әҙерләүе һәм ҡулланыуы ябай ғына булған рецепттар бар. Әйҙәгеҙ, шуларҙың бер нисәһен ҡарап китәйек  

Сир ҡапыл аяҡтан йыҡмаһын тиһәгеҙ...
Сир ҡапыл аяҡтан йыҡмаһын тиһәгеҙ...

Аяҡтан йығылғансы йөрөп, табипҡа барыуҙы көтөп ултырырға ярамай, сирҙе алдан иҫкәртеү буйынса үҙебеҙгә лә нимәлер эшләргә кәрәк. Бөгөнгө көндә йөрәк-ҡан тамырҙары менән бәйле ауырыуҙар ныҡ таралған. Организмды нығытыр өсөн, йөрәкте хәстәрләп, ҡан тамырҙарын даими таҙартып торорға һәр кемдең ҡулынан килә. Әҙерләүе һәм ҡулланыуы ябай ғына булған рецепттар бар. Әйҙәгеҙ, шуларҙың бер нисәһен ҡарап китәйек.

1. Ҡан тамырҙарының һығылмалылығы өсөн - берәр балғалаҡ лимон һуты, бал һәм көнбағыш майын бергә буташтырып ас ҡарынға эсергә кәрәк. Дауаланыу ваҡыты - 10 көн. Йә булмаһа 3/4 стакан ҡайнап йылымысланған һыуҙа бер балғалаҡ бал һәм ярты лимондың һутын болғап, йоҡлар алдынан 10 көн дауамында эсергә.

2. Уртаса ике лимонды ит турағыстан үткәреп, уға ике ҡалаҡ бал ҡушып болғатабыҙ ҙа быяла һауытҡа һалабыҙ. Бүлмә температураһында тәүлек буйы тотҡандан һуң - шифалы дауа ҡулланыуға әҙер. Уны ашарҙан алда йәки сәйгә ҡушып ике-өс балғалаҡ ҡына ҡабып ҡуйыу ҙа яйлап ыңғай тәьҫирен күрһәтә.

Һәр дауаланыу сараһын һынар алдынан үҙегеҙҙең табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!


Фото: card-orel.livejournal.com

Автор:Аклима Гизатуллина.
Автор:
Читайте нас: