Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
19 Август 2022, 16:10

БЫЛ ДАРЫУ АПТЕКАЛАРҘА ҺАТЫЛМАЙ

Ҡайһы саҡ, ниндәйҙер сирҙән һауығыу йәки хәлһеҙлектән арыныу өсөн яҡшы һәм уңайлы ғына ял итеп алыу ҙа етә. Сөнки кеше күп ауырыуҙарға организм йонсоуҙан, иммунитет ҡаҡшауҙан бирешә.

БЫЛ ДАРЫУ АПТЕКАЛАРҘА ҺАТЫЛМАЙ
БЫЛ ДАРЫУ АПТЕКАЛАРҘА ҺАТЫЛМАЙ

Белеүегеҙсә, кешенең тәне менән парасимпатик һәм симпатик нервылар системалары идара итә. Симпатик нервылар йәшәү шарттарына яраҡлашыуға, тышҡы сиктәрҙе күҙәтеүгә, әүҙемлеккә яуап бирә. Йәғни, маҡсатҡа барыуға, нимәләргәлер өлгәшеүгә, көрәшкә, яулашыуға. Ә парасимпатик нервылар системаһы - ул беҙҙең тыл. Ул организмдың ресурстарын тултыра, гормондарҙы яйлай, яраларҙы уңалта, файҙалы матдәләрҙе йыя, иммунитетты күтәрә. Ҡыҫҡаһы, әлеге нервылар тыныслыҡты тәьмин итә. Парасимпатик нервыларҙың ярҙамынан тыш симпатик нервылар менән генә алыҫ китеп булмаҫ ине, тылһыҙ оҙаҡ яулашмаҫһың бит инде.
Бөгөн беҙ нисек йәшәйбеҙ? Һуғышта йөрөмәһәк тә, симпатик нервыларыбыҙ көсөргәнештән туҡтай алмай. Үкенескә ҡаршы, йәмғиәт тә артыҡ әүҙем, тиктормаҫ тормошто пропагандалай. Телефондар, планшеттар беҙҙе эш буйынса ғына түгел, ә бөтөнләй кәрәкмәгән яҡтар һәм кешеләр менән дә аралашырға мәжбүр итә. Беҙ интернет аша аралашып, шундағы мәғлүмәтте ҡабул итеп, нервыларыбыҙҙы ҡуҙғытып, бер ниндәй физик йәки аҡыл эше башҡармаһаҡ та арыйбыҙ. Әгәр һеҙ диванда ятып, интернетта соҡонаһығыҙ һәм шулай ял итәбеҙ тип уйлайһығыҙ икән - яңылышаһығыҙ. Был ваҡытта һеҙҙең нервыларығыҙ ярһып эшләп тора. Аудиокитап, ҡолсаҡсын аша көй тыңлау, электрон китап уҡыу ҙа шундай уҡ тәьҫир аҫтында. Телевизор ҙа ял итеү форсаты түгел.
Бына ошондай йәшәү темпындағы кешенең етди соматик ауырыуы булмайынса ла хәле бөтә, күңеле төшә, бөтә тәне ауырта икән, уға депрессияға ҡаршы, тынысландыра, йоҡлата торған дарыуҙар яҙа һалалар. Нервыларҙы яһалма рәүештә, көсләп "йоҡлатып", организмдың икенсе ағзаларын зарарлайҙар ғына. Был һауығыу юлы түгел. Был осраҡта беҙҙең тылдағы һуңғы көстәр сарыф ителә лә, нервыларында запасы ҡалмаған кеше дарыуҙарһыҙ йәшәй ҙә алмай башлай.
Депрессия дарыуҙары улар ысынлап етди депрессияға юлыҡҡан, үҙ-үҙенә ҡул һалырға ынтылған, йәшәү теләге юғалған ауырыуҙарға ғына тәғәйенләнергә тейеш. Ә инде көнө буйы эштә йөрөгән һәм ял ваҡытында телевизор алдында, телефонда, интернетта ултырған әҙәм, йоҡлай алмайым, тип йоҡо дарыуы, арыйым, хәлем юҡ, тип депрессияға ҡаршы таблеткалар эсә икән - был төптө дөрөҫ түгел.
Тормоштағы төрлө ауыр хәлдәр ҙә, нервыларҙы "ҡытыҡлай" торған ваҡиғалар ҙа, хистәр сайҡалышы ла нервыларҙы беҙ әйткәнсә "бөтөрмәй". Кеше организмы бер нисек тә үҙен үҙе бөтөрмәй. Ул ҡайһы саҡта парасимпатик нервыларҙы, ниндәй саҡта симпатигын тотонорға икәнде белә. Ә бына бөгөнгө беҙҙең уны туҡтауһыҙ интернет менән көсләүебеҙ, йәғни симпатик нервыла - һуғыш осрағындағы хәлдә тотоуыбыҙ ғына уны хәлдән тайҙыра.
Йонсоған кешегә "ял итеп ал" тигәндә, улар, минең ипотека, кредит, бизнес, карьера, балалар һәм башҡалар, тип яуаплай. Шулай, күптәр шул хәлдә. Әммә сифатлы ял - ул иңдәге бурыстарҙы алып ташлап, ҡайҙалыр китеп ятып килеү тигәнде аңлатмай. Организмды ике-өс көндә көйлө торошона ҡайтарырға була. Уның өсөн бары нервыларҙы ҡуҙғытыусы тышҡы факторҙарҙан сикләнергә генә кәрәк. Мәҫәлән, телефонды һүндерергә, телевизор тоҡандырмаҫҡа, магазин-салондарға сыҡмаҫҡа, спорт менән шөғөлләнмәҫкә. Ә тулыһынса туғарылып, тәнеңде лә, йәнеңде лә ял иттереп, үҙеңде яратып-йәлләп, күкрәк тултырып тын алып, яратҡан ризығыңды бешереп ашап, балаларыңды һөйөп, ғаилә ағзаларың менән матур мөнәсәбәттә булып, негативһыҙ, ғәйбәт һөйләмәй һәм тыңламай, яҡшы уйҙарҙа, изге теләктәрҙә йәшәп алырға кәрәк. Ошондай бер нисә көн шау-шыулы диңгеҙ ярҙарын да, сит илдәргә осоуҙы ла, дауахана, санаторий палаталарын да күпкә артта ҡалдыра ала. Был торош шундай шәп профилактика ла, йонсоуға, арыуға һәм энергияһыҙлыҡҡа дауа ла. Нервыларҙың симпатик тороштан парасимпатик хәленә ҡайтып тороуы - ул организмдың үҙенә ресурс йыйыуы, көс туплауы һәм һеҙҙе артабан сәләмәт хәлдә йәшәтеүе лә. Тимәк, беҙҙең һаулыҡ табип ҡулында ла, психологтар курсында ла, дарыуҙарҙа ла түгел, ә үҙебеҙҙең ялды һәм эште ойоштора белеүҙә.

Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 2022 йыл.

Автор:
Читайте нас: