Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
13 Август 2022, 08:59

Маймыл сәсәге нимә менән хәүефле?

    

Маймыл сәсәге нимә менән хәүефле?
Маймыл сәсәге нимә менән хәүефле?
Күптән түгел ҡайһы бер илдәрҙең һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары кешеләр араһында маймыл сәсәге таралыуы хаҡында иҫкәртте. Элек тә бындай хәлдәр булғыланы, тик ул Африканың бер нисә төбәгендә һәм 2003 йылда АҠШ- та ғына күҙәтелде. Быйыл шуныһы үҙенсәлекле: маймыл сәсәге кешенән кешегә йоға.  Был хаҡта һәр кемгә белергә кәрәк.

Маймыл сәсәге – һирәк осрай торған йоғошло сир,  тәүге тапҡыр 1958 йылда лаборатория маймылдары араһында асыҡланған. Кешегә йоғоу осрағы 1970 йылда Конгола раҫланған.  Аҙаҡ ул Үҙәк һәм Көнбайыш Африка кеше­ләрендә табылған. Нигерия бына алтынсы йыл инфекцияға ҡаршы көрәшә, әлегә һөҙөмтә юҡ.  Тәүге билдәләре: биҙгәк тотоу, ҡалты­раныу, баш ауыртыуы, хәлһеҙлек, лимфа төйөндәренең ҙурайыуы, мускулдар  һәм арҡа ауыртыуы.

Инкубация осоро – ете көндән 19 көнгә тиклем. Аҙаҡ күренгән  билдәләре тәбиғи сәсәк ауыры­уыныҡы кеүек. Маймыл сәсәгенең төп айырмаһы – лимфаденит, йоҡторғандан һуң дүртенсе көнгә үк биттә, ҡулдарҙа, тәндә сабыртма күренә башлай, улар диаметры ун миллиметр тәшкил иткән ваҡ шешектәргә әүерелә, аҙаҡ ҡабыҡ менән ҡаплана һәм һауыҡҡандан һуң йөй ҡалдыра.

Кеше ике-өс аҙна ауырый. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә был сир менән берәүҙең дә ауырыуы теркәлмәгән булыуына ҡарамаҫ­тан, ил сигендә санитар-карантин контроле көсәйтелгән.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министр­лығында әйтеүҙәренсә, тәбиғи сәсәккә ҡаршы эшләнгән прививка маймыл сәсәгенең барышын еңеләйтә ала. 1980 йылға тиклем тыуған кешеләрҙең ваҡытында прививка яһатыуы уларҙы сирҙән нығыраҡ һаҡлар. Вакцина яһатыу киң күләмдә алып барылыуы һөҙөмтәһендә ул осорҙа тото­роҡло иммун ҡатламы барлыҡҡа килде.

Иң хәүефлеһе – сир барышында икенсел инфекцияларҙың, пневмонияның, сепсис, энцефалит һәм күҙ сирҙәренең  башланыуы. Кешенең хатта һуҡырайыуы ихтимал. Тән тиреһендә йөйҙәр ҡалыуы ла сирҙең насар эҙемтәһе булып тора. 

Автор:Д. ҒӘБДРӘХИМОВА

Фото:yakutsk.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: