Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
11 Август 2022, 15:16

Туберкулезды алдан иҫкәртеү яҡшы

Быйылғы йылда ғына ошо хәүефле сир 13 кешелә асыҡланған

Туберкулезды алдан иҫкәртеү яҡшы
Туберкулезды алдан иҫкәртеү яҡшы

Районда туберкулезды иҫкәртеү һәм сирлеләрҙе асыҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте. Уның эшендә Сибай ҡалаһындағы туберкулезға ҡаршы диспансерҙың баш табибы Йәмил Асылов ҡатнашты.

Кәңәшмәлә Хәйбулла районында туберкулез сирен диагностикалау һәм дауалау, халыҡҡа туберкулезға ҡаршы ярҙамды камиллаштырыу юлдары һәм башҡа  көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.

Кәңәшмә барышында билдәләнеүенсә, районда был йүнәлештә хәл-торош тотороҡло. Әммә тикшеренеү үтеүселәр һаны аҙыраҡ, шуға күрә сирлеләрҙе асыҡлау ҙа проблема тыуҙыра. Был, тәү сиратта, халыҡтың мәшғүл булмаған өлөшөнөң флюорография үтмәүенә бәйле. Ошо йәһәттән медицина берләшмәһе муниципалитетҡа ошо мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Быйылғы йылда ошо сир 13 кешелә асыҡланған.

Кәңәшмәлә Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы фтизиатры Миҙхәт Ҡыҙрасовтың эше ыңғай баһаланды. Ул ауырыуҙар менән бәйләнештә булған кешеләр менән эште яҡшы ҡуйған.

Ағымдағы йылда шулай уҡ балаларҙың 13 проценты тикшерелгән, уҡыу йылы башынан уларҙы йөҙ процентҡа йәлеп итергә тәҡдим ителде.

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: