

Иҫәнгилде ауылы ҡыҙы Тәслимә Билалова бала саҡтан уҡ тормошон медицина менән бәйләргә хыяллана. Фельдшер һөнәрен һайлағаны өсөн бер тапҡыр ҙа үкенмәй ул.
Мәктәптән һуң Сибай интернат-гимназияһын тамамлап, Сибай медицина колледжында белем алып, йүнәлтмә буйынса Әбүбәкер ауылына эшкә ебәрелә. 1991 йылдан ошо көнгәсә фельдшер булып уңышлы эшләй. Быйыл ул тағы ла 7 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан күрше Байғусҡар ауылы халҡын хеҙмәтләндерә башланы. Медицина хеҙмәткәренә ҡытлыҡ кисергән байғусҡарҙар тәжрибәле белгесте ҡыуанып ҡабул иттеләр.
Бөгөн ул 800 самаһы кеше – Әбүбәкер һәм Байғусҡар ауылдары халҡы һаулығы өсөн яуап бирә.
Тулыраҡ мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитендә уҡығыҙ.