Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
12 Июль 2022, 14:39

Маймыл сәсәге Рәсәйгә килеп етте...

"Роспотребнадзор"ҙан белдереүҙәренсә, беҙҙең илдә маймыл сәсәгенең тәүге осрағы теркәлгән.

Маймыл сәсәге Рәсәйгә килеп етте...
Маймыл сәсәге Рәсәйгә килеп етте...

Сирҙе Европа илдәренән сәфәҙән ҡайтҡан йәш егеттә тапҡандар. Ул, тәнемә нимәлер сыҡты, тип табиптарға мөрәжәғәт иткән.

Унан анализдар алып, тиҙ арала "Роспотребнадзор"ға ебәргәндәр һәм биоматериалдарҙа сәсәк булыуы раҫланған. Әле егет инфекция дауаханаһында изоляцияла ята. Сирҙе еңел кисерә. Уның менән бәйләнештә булыусылар ҙа асыҡланған, барыһы ла контролдә.

Фото: "Известия"

 

Автор:Алһыу Ишемғолова.
Автор:
Читайте нас: