

«Сәләмәтлек поездары» Башҡортостан буйлап йөрөүен дауам итә.
Тикшереү бушлай уҙғарыла. Белгестәргә алдан яҙылыу кәрәкмәй - ҡабул итеү сират буйынса алып барыла. Иң мөһиме, үҙегеҙ менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисын алығыҙ.
Сәләмәт булығыҙ! Файҙалы мәғлүмәтте яҡындарығыҙ һәм дуҫтарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ.
Июль аҙағында - августта белгестәр Хәйбулла районы ауылдарында буласаҡ:
Аҡъяр ауылы - 25-29 июль;
Маҡан ауылы - 1-3 август;
Степной ауылы - 4-5 август;
Йәнтеш ауылы - 8-10 август;
Ивановка ауылы - 11-12 август;
Бүребай ауылы - 15-17 август;
Өфө ауылы - 18-19 август.