

Башҡортостанда ветеринария ҡулланыуы өсөн «Анальгин 30%» препаратын һатыуҙы ваҡытлыса тыйҙылар. Был хаҡта республика буйынса Россельхознадзор хәбәр итә.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, болгар компанияһының «Анальгин 30%» препараты билдәләнгән сифат талаптарына тап килмәй. Мәҫәлән, дарыуҙың төҫө, тығыҙлығы боҙолған, ә натрий метамизолының миҡдары төргәктә күрһәтелгән мәғлүмәткә тап килмәй.
Һөҙөмтәлә препаратты һатыу ваҡытлыса туҡтатылды.
Фото: https://yandex.ru/images/search?from=tabbar&text=ветеринарная%20аптека