ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
24 Май 2022, 10:22

Пациенттар уңайлылығы өсөн

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында стратегик сессия үтте

Пациенттар уңайлылығы өсөнПациенттар уңайлылығы өсөн
Пациенттар уңайлылығы өсөн

Аҡъяр дауаханаһы базаһында йәмәғәт сәләмәтлеге һәм медицина профилактикаһы республика үҙәге  хеҙмәткәрҙәре менән берлектә “Диспансерлаштырыу ваҡытында пациенттың клиент юлы” тип аталған стратегик сессия үтте. Маҡсаты—пациент өсөн барлыҡ яҡтан да уңайлы берҙәм маршрут булдырыу.

Сессияла Сибай  медицина округының медицина ойошмалары ҡатнашты. Сарала пациенттар уңайлылығына бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә яңы идеялар һәм отошло юлдар ҡаралды. Сессияла ҡатнашыусылар араһында фекер алышыуҙар етди булды. Улар командаларға бүленеп, һәр команда  стратегик мәсьәләләр хәл итте, логистика төҙөнө, эш тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар.

#диспансеризация
#клиентскийпуть
#мозговойштурм
#стратегическаясессия
#МинздравРБ
#ГБУЗ РЦОЗиМП
#АкъярскаяЦРБ

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас