Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
16 Май 2022, 10:59

Ирҙәрҙең енес биҙҙәре сирҙәре

Енес биҙе шешенә аҙ хәрәкәтләнеп йәшәүселәр, ултырып эшләгән һөнәр эйәләре, эс ҡатыу менән яфаланыусылар, бәүел-енес ағзалары сирҙәрен кисереүселәр, төрлө ҡатын- ҡыҙ менән енси бәйләнешкә инеүселәр, спиртлы эсемлектәр менән мауығыусы ир-ат йышыраҡ дусар була.

Ирҙәрҙең енес биҙҙәре сирҙәре
Ирҙәрҙең енес биҙҙәре сирҙәре

Простатиттың тәүге билдәләре:

– бәүел бүленеп сығыуҙың ауырлашыуы;

– енси һәләттең һүлпәнәйеүе;

– енес ағзаһында әсетеү барлыҡҡа килеү;

– бәүелдең әҙ-әҙләп йыш-йыш килеүе;

– тиҙ хәл бөтөүе;

– күңел төшөнкөлөгө.

Был ауырыу борсоғанда халыҡ медицинаһының да ярҙамы ҙур.

Енес биҙе елһенгәндә петрушка файҙалы. Бер ҡалаҡ тамырҙы  ваҡлап, 100 г ҡайнар һыуҙа төнәтергә. Ашарҙан ярты сәғәт алда көнөнә дүрт мәртәбә берәр ҡалаҡ эсергә. Дауалау 3-4 аҙна бара.

 Сельдерей ҙа дауалау һәләтенә эйә. Йәш тамырҙың һутын һығып, ашарҙан алда көнөнә 3 – 4 тапҡыр 1 –  2  ҡалаҡ эсеү ҙә елһенеүҙе баҫа.

  Тағы бер һыналған ысул: йүкәнең эре ботаҡтарын усаҡта яғырға, һыуынған күмерҙәрен алып онтарға. Бер балғалаҡ онталған күмерҙе бер стакан һыуҙа бешерергә. Бер аҙна буйы бер нисә тапҡыр эсергә.

  Үҙебеҙҙә үҫкән урман сәтләүеге лә дауалау һәләтенә эйә. Дауа сифатында уның ҡайыры ла, йәш япраҡтары ла ҡулланыла. Урман сәтләүеге ҡайыры апрель аҙаҡтарында әҙерләнә, япраҡ­тары майҙың беренсе яртыһында йыйыла. Ул аденома менән яфаланғанда ла уңышлы дауалау сараһы булараҡ билдәле.  Бер ҡалаҡ япраҡты йәки ҡайырҙы ҡайнар һыуҙа бешереп, көнөнә бер нисә тапҡыр  берәр ҡалаҡ эсергә.

Аденоманы дауалауҙа дегәнәк тамыры файҙалы ысулдарҙың береһе булып иҫәпләнә. Бер ҡалаҡ онталған үҫемлеккә ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 5 минут ҡайнатырға. Көнөнә дүрт тапҡыр 50-шәр мл эсергә.

Ирҙәрҙең енес биҙе сирҙәре – иң ҡатмарлыһы һәм ауыр дауалана торған сирҙәрҙең береһе. Улар көсәйгән мәлдә халыҡ медицинаһына ғына мөрәжәғәт итеү аҙ, тәүҙә медицина учреждениеһында тулы тикшеренеү үтергә, белгестәр менән кәңәшләшергә кәрәк.

Автор:Зухра Ягудина.
Автор:
Читайте нас: