Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
14 Май 2022, 23:31

Аҡ халатлылар ҙа “Зарница” уйнай

Шәфҡәт туташтары эштә лә, ярышта ла һынатмай

Аҡ халатлылар ҙа “Зарница” уйнай
Аҡ халатлылар ҙа “Зарница” уйнай

Бөтә донъя шәфҡәт туташтары көнө айҡанлы ойоштороған зарницала өс команда ҡатнашты. Көсөргәнешле бәйге һөҙөмтәләре буйынса  “Профессионалдар”—стационар командаһы 1-се,  Бүребай табип амбулаторияһының “Пульс” командаһы 2-се,  поликлиниканан “Антиковид” командаһы 3-сө урынды яуланы.

Командалар  спорт уйындарында ҡатнашты, ҡаршылыҡтар һыҙатын да үтте,  конкурстарға яуап биреп, командалар капитандары ла һынатманы,  аҡ халатлылар яралыларҙы ла “бәйләне”, башҡа һөнәри оҫталыҡтарын да күрһәтте. Бындай уйындарҙа еңеүселәр юҡ, сөнки  командалар һәм көйәрмәндәр  өсөн был көн тәьҫораттарға бай булды.

Шуныһы ҡыуаныслы, медицна хеҙмәткәрҙәре эштә лә һынатмай, төрлө спорт һәм мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар.

ГБУЗ РБ Акъярская ЦРБ

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: