Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
13 Май 2022, 23:11

Башҡортостандың иң яҡшы акушеркалары иҫәбендә!

Матрай табип амбулаторияһы акушеркаһы Әлифә Ғәзизова республика һөнәри конкурсында ҡатнашты

Башҡортостандың иң яҡшы акушеркалары иҫәбендә!
Башҡортостандың иң яҡшы акушеркалары иҫәбендә!

Әлифә Аллабирҙе ҡыҙы “Башҡортостандың иң яҡшы акушеркаһы-2022” һөнәри бәйгеһендә Башҡортостандың иң яҡшы  утыҙ акушеркалары исеменә инде.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзынан әйтеүҙәренсә,  ул Урал аръяғы медицина ойошмалары араһында  иң яҡшы 30 акушерка иҫәбенә ингән берҙән-бер вәкил.

Әлифә Ғәзизова 1983 йылда  Сибай медицина училищеһын тамамлағандан алып, бөгөнгө көнгә тиклем Аҡъяр дауаханаһында эшләй.  Тәүҙә фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире, артабан Матрай табип амбулаторияһының тиҙ медицина ярҙамы фельдшеры була. Юғары категориялы белгес 2003 йылдан бөгөнгә тиклем табип амбулаторияһы акушеркаһы булып эшләй.



#Лучшаяакушеркабашкортостана2022
#роспрофсздрав02
#профсоюзздравоохранения
#лучшаяакушерка2022#


ГБУЗ РБ Акъярская ЦРБ

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: