Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
12 Май 2022, 15:44

Укол да яһайҙар, ҡалаҡ менән дә оҫта уйнайҙар

Ә һеҙ Аҡъяр дауаханаһында шәфҡәт туташтары ансамбле булыуын беләһегеҙме? Был турала тулыраҡ һылтанма аша инеп ҡарағыҙ

Укол да яһайҙар, ҡалаҡ менән дә оҫта уйнайҙар
Укол да яһайҙар, ҡалаҡ менән дә оҫта уйнайҙар

Эйе, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында 2005 йылдан алып шәфҡәт туташтарынан торған ҡалаҡсылар ансамбле бар. Әгәр “больничный”ҙар яҙып биреү буйынса медицина регистраторы Рәйсә Ишемованың  энтузиазмы һәм дәрте булмаһа, бәлки, Хәйбулла районында аҡ халатлыларҙың халыҡ инструменталь ансамбле булмаҫ та ине моғайын.

Ансамбль ағзалары -- поликлиника, балалар консультацияһы, лаборатория, стоматология, процедура кабинеты, хирургия бүлеге кеүек  дауахананың төрлө подразделениеларында эшләгән шәфҡәт туташтары, 1-се һәм 2-се Аҡъяр мәктәптәре   фельдшерҙары. Хатта хаҡлы ялда булған шәфҡәт туташы ла бар араларында.

Был үҙенсәлекле ансамбль район ғына түгел, республика сараларында да әүҙем ҡатнаша. Сағыу сығыштары муниципаль район хакимиәте, район мәҙәниәт идаралығы грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр һәм дипломдар менән билдәләнгән. Уларҙың ҡалаҡтарҙа, ҡубыҙҙа, батмуста уйнауҙарын,  халыҡ инструменттары көйҙәре халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре менән аралаштырылыуын халыҡ йылы ҡабул итә. Бына шундай һәләтле шәфҡәт туташтары эшләй район дауаханаһында.

Гөлназ Сағынбаева,

Аҡъяр дауаханаһының профсоюз ойошмаһы рәйесе.

Фото: https://vk.com/id556340463

 


##роспрофздрав02
#профсоюзздравоохранения
#профсоюзпоздравляет#ДеньМедсестры#АкьярскаяЦРБ

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: