Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
8 Май 2022, 08:06

Инсульттар һәм инфаркттар тәүлектең ҡайһы осоронда  йышыраҡ күҙәтелә?

Кардиологтар был һорауға хәҙер  тулы яуап бирә ала.

Инсульттар һәм инфаркттар тәүлектең ҡайһы осоронда  йышыраҡ күҙәтелә?
Инсульттар һәм инфаркттар тәүлектең ҡайһы осоронда  йышыраҡ күҙәтелә?

Күп кенә хроник сирҙәрҙең үҙ режимы бар –киҫкенләшеү йыш ҡына билдәле сәғәттәрҙә башлана. Һәр хәлдә сәләмәтлегеңә иғтибарлы булыу бер кемгә лә ҡамасауламаясаҡ. Көҙ һәм яҙҙың гипертония, йөрәк сирҙәре менән яфаланғандар өсөн хәүефле булыуы билдәле.  Кардиолог Светлана Мартынова әйтеүенсә, инфаркт йыш ҡына иртәнге сәғәт 6-нан 9-ға тиклемге ваҡыт арауығында һағалай, сөнки тап ошо мәлдә ҡан баҫымы күтәрелеүе һәм ҡан ҡуйырыуы  билдәле.

Инсульт ҡан тамырҙары  торошо менән бәйләнгән, ҡан ағышы яйлағанда, ҡанда липидтар артҡанда ошо хәлгә тарырға мөмкин.  Был йыш ҡына иртәнге 4-6 сәғәттәр тирәһендә була.  Шәкәр диабеты менән сирлеләр өсөн иң хәүефле мәл –төнгө 1 сәғәттән 3 сәғәткә  тиклемге осор, был мәлдә ҡандағы шәкәр кимәле түбәнәйә.

 Гипертония йоҡонан уянған осорҙа хәүефле. Иртәнге 6-10 сәғәттәр араһында өйәнәк башланыуы ихтимал, был мәлдә ҡан баҫымы көн дауамындағы иң юғарыһы иҫәпләнә.

Быуындар ауыртыуы, юғары ҡан баҫымы кеүек, уяныу менән киҫкенләшә. Респиратор сирҙәре  йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре үҫеше хәүефен арттыра, шуға күрә йыл да киҙеүҙән прививка яһатыу хәйерле, ти табиптар. Инфаркт һәм гипертония өйәнәктәре йылдың һалҡын миҙгелендә йыш күҙәтелә. Артрит та ҡышҡыһын киҫкенләшә.  Һауа температураһының  түбәнәйеүе  баш мейеһендәге ҡан әйләнешен боҙоуы ихтимал, тип киҫәтә табиптар. Көҙ һәм ҡыш диабет менән сирлеләр өсөн дә хәүефле.  Хроник сирҙәр менән яфаланғандарға кардиологтар шундай кәңәш бирә: һеҙҙең өсөн 7:30 сәғәттә йоҡонан тороу  - иң яҡшыһы.  Уяныу менән ҡапыл ырғып тормағыҙ, ашыҡмай, яйлап тороу һәйбәтерәк. Тороу менән бер стакан һыу эсегеҙ, ул ҡан ҡуйылығын кәметәсәк.  Күнегеүҙәрҙе 16 сәғәттән 18 сәғәткә тиклемге ваҡыт арауығында эшләгеҙ.  Тән температураһы көндөң төрлө мәлендә төрлөсә була. Кеше уянып, хәрәкәтләнә башлау менән матдәләр алмашыныуы күтәрелә, шуның менән бергә тән температураһы арта.

 

 

 

Фото:centr-dolgolet.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: