Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
1 Май 2022, 15:44

Шәкәр диабеты менән ауырығандарға ярҙам артасаҡ

   

Шәкәр диабеты менән ауырығандарға ярҙам артасаҡ
Шәкәр диабеты менән ауырығандарға ярҙам артасаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Эшлекле Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары менән осрашыу һөҙөмтәһе буйынса ҡушылған эштәр исемлеген раҫланы.

Исемлектәге ҡушылған утыҙ эш араһында медицинала ҡулланылған дарыу препараттарын, медицина изделиеларын, дауалау туҡланыуындағы махсус аҙыҡтарҙы тәғәйенләүҙең берҙәм федераль реестрын этаплап индереү ҙә бар. Бынан тыш, Владимир Путин хроник сирҙәргә дусар ауырыуҙарға консультация биреү маҡсатында дистанцион технологияларҙы үҫтерергә ҡушты.

Шулай уҡ шәкәр диабеты менән сирлеләрҙе тейешле препараттар, медицина изделиелары, төрлө кәрәкле материалдар менән тәьмин итеү кәрәклеге билдәләнгән. Ҡандағы шәкәр кимәленә өҙлөкһөҙ мониторинг үткәреү һәм Рәсәй фармацевтикаһына ярҙам саралары күрһәтеү, шәкәр диабетын диагностикалау, дауалау  маҡсатында конкуренцияға һәләтле Ватан препараттарын эшләү һәм етештереү буйынса саралар тормошҡа ашырылырға тейеш.

 

 

 

Фото: ”Башинформ”.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: