Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
21 Апрель 2022, 20:06

Ауылға эшкә ҡайтығыҙ, йәштәр!

Ырымбур өлкәһе Гай ҡалаһындағы медицина колледжында  вакансиялар йәрминкәһе үтте

Ауылға эшкә ҡайтығыҙ, йәштәр!
Ауылға эшкә ҡайтығыҙ, йәштәр!

Буласаҡ аҡ халатлыларға эш урыны тәҡдим итеүселәр араһында дәүләт һәм шәхси клиникалар вәкилдәре, беҙҙең республика исеменән Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы ҡатнашты.

Аҡъяр дауаханаһының баш табибы И.Рыҫҡужин медицина ойошмаһы, вакансиялар, хеҙмәт шарттары, дәүләт ярҙамы программалары тураһында һөйләне. Быйыл  Гай медицина филиалында 88 студент уҡыуҙы тамамлай, уларҙың 9-ы Хәйбулла районынан.

Хәйбулла районында  Башҡортостанда тормошҡа ашырылған медицина хеҙмәткәрҙәренә матди ярҙам программаһы ғәмәлдә.Йәш белгестәргә бер тапҡыр бирелә торған пособие түләнә. Медицина ойошмаһынан да матди ярҙам бирелә. Бынан тыш, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы буласаҡ хеҙмәткәрҙәргә социаль торлаҡ бүленеүен, балалары булғандарға мәктәпкәсә учреждениела урын бирелеүен, йорт төҙөү өсөн ер участкаһы бирелеүен хәстәрләй. Бынан тыш, артабан белемен камиллаштырырға теләүселәргә Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыуға маҡсатлы урындар бүленә.

Медицина колледжының сығарылыш студенттары тыуған яҡтарына эшкә ҡайтыр, тип ышанабыҙ.

Гбуз-Рб Акъярская-Црб

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: