Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
18 Апрель 2022, 16:58

Яман шеште иртә асыҡлауға – етди иғтибар

Быйыл февралдә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғо менән халыҡҡа диспансеризация һәм профилактик тикшереүҙәр үткәргәндә онкология сирҙәрен асыҡлаған өсөн медицина хеҙмәткәрҙәрен аҡсалата дәртләндереүҙең яңы тәртибе һәм шарттары билдәләнде.  

Яман шеште иртә асыҡлауға – етди иғтибар
Яман шеште иртә асыҡлауға – етди иғтибар

Быйыл февралдә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғо менән халыҡҡа диспансеризация һәм профилактик тикшереүҙәр үткәргәндә онкология сирҙәрен асыҡлаған өсөн медицина хеҙмәткәрҙәрен аҡсалата дәртләндереүҙең яңы тәртибе һәм шарттары раҫланды.

Рәсәй Хөкүмәте ошо категория белгестәргә дәртләндереү түләүҙәре өсөн 2022 йылға 155 миллион һум аҡса билдәләгән. Медицина ойошмаларына был аҡсаны Мотлаҡ медицина страховкалауы төбәк фонды бүләсәк. Медицина хеҙмәткәрҙәренә түләүҙәр ай һайын биреләсәк.

 Башҡортостанда Мотлаҡ медицина страховкалауы төбәк фонды бюджетында онкология сирҙәрен асыҡлаған өсөн медицина хеҙмәткәрҙәренә 3 213 300 һум түләүҙәр ҡаралған. Был түләүҙәр яман шеш саҡ башланып торғанда – иртә стадияла асыҡлау осраҡтарын арттырыуға йүнәлтелә.

Тәүләп асыҡланған, артабанғы тикшереүҙәрҙә раҫланған яман шештең һәр осрағы өсөн түбәндәге түләүҙәр биреләсәк: профилактик тикшереү һәм диспансеризация үтеүҙе ойоштороу өсөн яуаплы табипҡа (медицина ойошмаһы етәксеһе иҫкәрмә булып тора) – 500 һум, пациентты табип-онкологҡа ебәргән медицина хеҙмәткәренә – 250 һум, шулай уҡ яман шеш менән сирләүсе пациентты ваҡытында диспансер күҙәтеүенә ҡуйған медицина хеҙмәткәренә 250 һум иҫәпләү ҡаралған.

 

Автор:Альмира Кирәева
Автор:
Читайте нас: