Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
14 Апрель 2022, 10:31

Роспотребнадзор балаларға хәүефле сиргә ҡаршы вакцинация башланыуы хаҡында иғлан итте

-

Роспотребнадзор балаларға хәүефле сиргә ҡаршы вакцинация башланыуы хаҡында иғлан итте
Роспотребнадзор балаларға хәүефле сиргә ҡаршы вакцинация башланыуы хаҡында иғлан итте

11 апрелдә Рәсәйҙә полиомиелитҡа ҡаршы вакцинация башланды. Роспотребнадзорҙың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, ваҡытында йәки бөтөнләй прививка яһалмаған 5 йәшкәсә балаларға, ЛНР-ҙан, ДНР-ҙан һәм Украинанан килгән 14 йәшкә тиклемге балаларға эшләнә.

«Сир хәүефе юғары булған илдәрҙән полиомиелит вирусы инеү хәүефе янауы сәбәпле ошондай ҡарар ҡабул ителде», – тип хәбәр иттеләр ведомство вәкилдәре.

Белешмә

Полиомиелит  –  инвалидлыҡҡа килтергән сир. Инфекция башлыса биш йәшкә тиклемге балаларҙы зарарлай. Статистикаға ярашлы, 200 осраҡтың береһендә фалиж һуғыуы күҙәтелә, уны дауалап булмай. Ошондай сирлеләрҙең 5-10% яҡты донъя менән хушлаша. Вирус кешенән кешегә йәки бысранған һыу, аҙыҡ-түлек аша йоға һәм эсәктә үрсей. Тәүге билдәләре – биҙгәк тотоу, арыу, баш ауыртыу, ҡоҫоу, аяҡ-ҡулдарҙың һыҙлауы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-04-13/rospotrebnadzor-ob-yavil-o-nachale-vaktsinatsii-detey-protiv-opasnoy-bolezni-2767903

Автор:
Читайте нас: