

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы ковидҡа ҡаршы танауға һиптерә торған вакцинаны теркәне, ул – донъяла коронавирусҡа ҡаршы тәүге назаль вакцина. Был турала министрлыҡтың Telegram-каналында хәбәр иттеләр.
“Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус инфекцияһын профилактикалау өсөн Гам-КОВИД-Вак (“Спутник V”) вакцинаһының танауға һиптерә торған формаһын теркәне. Препаратты Гамалея исемендәге Эпидемиология һәм микробиология ғилми-тикшеренеү үҙәге сығарҙы”, – тиелгән яҙмала.
Уны вакцина ярҙамында профилактика үткәреүсе медицина ойошмаларында яһатырға мөмкин буласаҡ, тип аныҡлап үтәләр министрлыҡта. Был вакцина 18 йәшлек һәм унан өлкәнерәк кешеләр өсөн тәғәйен.
Препарат ике компоненттан тора һәм махсус һиптергес ярҙамында ярҙамында танауға өс аҙна арауыҡ менән индерелә.
Фото “Башинформ”дан алынды.