ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
20 Март 2022, 17:58

Бүребай табип амбулаторияһы яңы төҫ ала

  

Бүребай табип амбулаторияһы яңы төҫ алаБүребай табип амбулаторияһы яңы төҫ ала
Бүребай табип амбулаторияһы яңы төҫ ала

Бүребай ауыл табип амбулаторияһында капиталь ремонт эштәре аҙағына яҡынлаша. Бөтә ремонт эштәре «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәтенең аҡсаһына финанслана. Был сара «Медицина-санитар ярҙамдың беренсел звеноһын үҫтереү» программаһы буйынса «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тулыһынса тап килә.

Төҙөлөш-монтажлау, фасадтарҙы көпләү, бинаның ҡыйығын ремонтлау, тәҙрәләрҙе алмаштырыу эштәре тамамланған, биналарҙы эске биҙәкләү башҡарылған, йылытыу, һыу менән тәьмин итеү, елләтеү һәм электр менән тәьмин итеү системаларының инженер селтәрҙәрен яңынан һуҙғандар. Тирә-яғын төҙөкләндереү сиктәрендә асфальт япмаһы һалынды.

Бөгөнгө көндә подрядсы етешһеҙлектәрҙе бөтөрә, 2-се һәм 1-се ҡаттарҙа учреждениеның медицина кабинеттарын ойоштороу буйынса эштәр алып бара. Капиталь ремонт 963 квадрат метр майҙанда үткәрелә.

 

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Бүребай табип амбулаторияһы яңы төҫ ала
Бүребай табип амбулаторияһы яңы төҫ ала
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас