ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
15 Март 2022, 09:38

Ҡытайҙа коронавирус таралыуы Башҡортостанда табылған штамм менән бәйле — Попова

-

Ҡытайҙа коронавирус таралыуы Башҡортостанда табылған штамм менән бәйле — ПоповаҠытайҙа коронавирус таралыуы Башҡортостанда табылған штамм менән бәйле — Попова
Ҡытайҙа коронавирус таралыуы Башҡортостанда табылған штамм менән бәйле — Попова

Ҡытайҙа йәнә коронавирус тарала. Associated Press агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә илдә 1337 яңы осраҡ теркәлгән. Күпселеге —  Цзилинь провинцияһында. Шеньчжэнь ҡалаһында (ул хәҙер локдаунға ябылған) 75 кеше сир йоҡторған.

Ғалимдар һәм табиптар раҫлауынса, Ҡытай Халыҡ Республикаһында коронавирустың таралыуы ВА.2 «омикрон» штамына бәйле. Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова февраль башында уҡ Рәсәйҙә был штамдың табылыуы хаҡында белдергәйне. Ул Мәскәүҙә, Башҡортостанда һәм Марий Элда нығыраҡ таралған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-03-15/vspyshka-koronavirusa-v-kitae-svyazana-so-shtammom-kotoryy-obnaruzhen-i-v-bashkirii-popova-2728591

Автор:
Читайте нас