ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
11 Март 2022, 10:05

Рәсәй һигеҙ илгә осоу өсөн коронавирусҡа бәйле сикләүҙе ғәмәлдән сығарҙы

-

Рәсәй һигеҙ илгә осоу өсөн коронавирусҡа бәйле сикләүҙе ғәмәлдән сығарҙыРәсәй һигеҙ илгә осоу өсөн коронавирусҡа бәйле сикләүҙе ғәмәлдән сығарҙы
Рәсәй һигеҙ илгә осоу өсөн коронавирусҡа бәйле сикләүҙе ғәмәлдән сығарҙы

Рәсәй Азербайжанға, Әрмәнстанға, Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға, Тажикстанға, Төркмәнстанға, Үзбәкстанға һәм Иранға осоу өсөн коронавирус сикләүен бөтөрҙө, тип белдерҙе Федераль һауа транспорты агентлығының матбуғат хеҙмәте. Рәсәй Хөкүмәте 9 мартта шундай ҡарар ҡабул итте.

Бынан алдараҡ Белоруссияға, Доминиканаға, Мысырға (Ҡаһирәнән башҡа), Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә, Төркиәгә, Финляндияға, Чехияға, Швейцарияға, Көньяҡ Кореяға һәм Кубаға осошҡа ковид сикләүе ғәмәлдән сығарылғайны.

Инфекцияның таралыуына юл ҡуймау өсөн авиакомпанияларға осоштарҙы башҡарғанда Рәсәйҙең баш дәүләт санитар табибы ҡарарының положениеларын үтәргә кәрәк.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-03-11/rossiya-snimaet-vvedennye-iz-za-covid-19-ogranicheniya-na-polety-v-vosem-stran-2723370

 

Фото:Валерий Шахов.

Автор:
Читайте нас