ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
9 Март 2022, 15:18

Ошо көндәрҙә Башҡортостанға үҫмерҙәр өсөн «Спутник М» вакцинаһының яңы партияһы килә

-

Ошо көндәрҙә Башҡортостанға үҫмерҙәр өсөн «Спутник М» вакцинаһының яңы партияһы киләОшо көндәрҙә Башҡортостанға үҫмерҙәр өсөн «Спутник М» вакцинаһының яңы партияһы килә
Ошо көндәрҙә Башҡортостанға үҫмерҙәр өсөн «Спутник М» вакцинаһының яңы партияһы килә

Ошо көндәрҙә Башҡортостанға үҫмерҙәр өсөн 950 доза «Спутник М» вакцинаһының яңы партияһы килә. Был турала бөгөн, 9 мартта, хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгә 12-18 йәшлек 2 376 үҫмер коронавирусҡа ҡаршы вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.

Ковидҡа ҡаршы прививка яһатырға тейешле өлкәндәрҙең 99,9% вакцинаның беренсе компонентын алған (2 481 689 кеше), ә 2 341 909 кеше ике компонентын да яһатҡан, тине Максим Забелин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-03-09/novaya-partiya-vaktsiny-sputnik-m-dlya-podrostkov-postupit-v-bashkiriyu-v-blizhayshie-dni-2719852

 

Фото:Валерий Шахов.

Автор:
Читайте нас