ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
2 Март 2022, 17:55

Йәш табиптың хеҙмәте баһаланды

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы терапевты  Ләйсән Рәхмәтуллинаға Рәхмәт хаты тапшырылды

Йәш табиптың хеҙмәте баһаландыЙәш табиптың хеҙмәте баһаланды
Йәш табиптың хеҙмәте баһаланды

Коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау өсөн тырышҡан  аҡ халатлыларҙың береһе -- табип-терапевт Ләйсән Рәхмәтуллина  Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Ләйсән  Талғат ҡыҙы 2020 йылда  Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлай, “Терапия” һөнәре буйынса  ординатура үтә. Былтыр  Аҡъяр дауаханаһына эшкә килә. Ул  коронавирус инфекцияһы менән сирлеләрҙе дауалау өсөн участка табип-терапевты булып эш башлай. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә  коллегаларының да, пациенттарҙың да ихтирамын яулай.

 

 

Автор:
Читайте нас