ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
16 Февраля 2022, 08:59

Указдағы үҙгәрештәр ни хаҡында?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға сираттағы үҙгәрештәрҙе индерҙе.

Указдағы үҙгәрештәр ни хаҡында?Указдағы үҙгәрештәр ни хаҡында?
Указдағы үҙгәрештәр ни хаҡында?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға сираттағы үҙгәрештәрҙе индерҙе.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, ковид йоҡторған ауырыуҙар менән аралашҡан кешеләргә бөгөндән башлап мотлаҡ үҙизоляция режимы бөтөрөлә. Указдағы был үҙгәреш Рәсәй Федерацияһы баш дәүләт санитар табибының 2022 йылдың 4 февралендәге ҡарарына ярашлы ҡабул ителгән.

Бынан тыш, эш биреүселәргә, шул иҫәптән дәүләт һәм муниципаль власть органдарына хеҙмәткәрҙәрҙең дөйөм һанының кәмендә 50 процентын дистанцион эшләүгә күсерергә тәҡдим ителә.

Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.

Автор:Альмира Кирәева.
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-02-16/ukazda-y-g-resht-r-ni-ha-ynda-2695025
Автор:
Читайте нас