ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
13 Февраль 2022, 15:55

Айтуған Юламанов - буласаҡ стоматолог

Ул диплом алғандан һуң тыуған районына ҡайтырға йыйына.

Айтуған Юламанов - буласаҡ стоматологАйтуған Юламанов - буласаҡ стоматолог
Айтуған Юламанов - буласаҡ стоматолог
"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының төп маҡсаттарының береһе - беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеүсе медицина ойошмаларында кадрҙар дефицитын бөтөрөү. Шуға күрә медицина вуздарының буласаҡ сығарылыш студенттарын эшкә урынлаштырыу төп бурыстарҙың береһе булып тора.
 
Айтуған Юламанов - буласаҡ стоматолог, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты. Әүҙем студент тормошо менән йәшәй - ул университеттың вокал ансамбле ағзаһы. Әлеге ваҡытта Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында практика үтә.
 
Сығышы менән ул Ғәлиәхмәт ауылынан, диплом алғандан һуң тыуған районына ҡайтырға йыйына. Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов: "Айтуған кеүек йәштәр күберәк булһын ине. Беҙ маҡсатҡа ынтылышлы, дәртле йәш кадрарға мотажбыҙ һәм уларға һәр яҡлап ярҙам итергә әҙербеҙ».
 
 
 
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас