ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
12 Февраль 2022, 07:11

Ҡарар уйлап ҡабул ителһен

"Коронавирус менән сирләүселәрҙең ун проценттан ашыуы – балалар. Ҡайһы бер осраҡтарҙа сир бик ауыр үтә. Мәҫәлән..."  

Ҡарар уйлап ҡабул ителһенҠарар уйлап ҡабул ителһен
Ҡарар уйлап ҡабул ителһен

Мәғлүм булыуынса, күптән түгел Рәсәйҙә үҫмерҙәргә коронавирустан вакцина яһай башланылар. Һәр яңылыҡ, әлбиттә, кеше күңелендә шик тыуҙыра, шуға күрә бәғзеләр был ғәмәлде бөтөнләй ҡабул итмәһә, икенселәр ковид пандемияһының ни тиклем етди икәнлеген аңлай һәм прививка яһатыу мотлаҡ тип иҫәпләй.

Беҙ иһә белгескә мөрәжәғәт иттек. Үҫмерҙәргә вакцина яһатыу буйынса үҙ фекерен табип аллерголог-иммунолог, Республика клиник балалар дауаханаһының аллергология бүлеге мөдире Гөлназ Өлфәт ҡыҙы Маҡарова белдерҙе.

“Спутник-М" вакцинаһы өлкәндәргә ҡаҙаған "Спутник-V" вакцинаһының биш тапҡыр еңеләйтелгән варианты булып тора. Был концентрация үҫмерҙәр организмдағы антиматдәләр кимәлен һаҡлау өсөн етә. Прививканы эшләгәндәр фекеренсә, үҫмерҙәрҙең организмының иммунитеты яуабы  өлкәндәргә ҡарағанда яҡшыраҡ.

"Спутник-М" вакцинаһын 12 йәштән 17 йәшкәсә үҫмерҙәргә ҡаҙарға мөмкин.

12-15 йәшлек балаларға вакцина яһарға рөхсәтте ата-әсәләре яҙма рәүештә бирергә тейеш. Ә 15 йәшен үткән үҫмерҙәр документты үҙаллы тултыра ала.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, коронавирус менән сирләгәндәрҙең ун проценттан ашыуы – балалар. Ҡайһы бер осраҡтарҙа сир бик ауыр үтә. Мәҫәлән, дүртенсе тулҡында балалар ике-өс тапҡырға күберәк сирләй һәм ауырыраҡ  үткәрә. Унан тыш, сирҙең эҙемтәләре насар булыуы ихтимал.

Хәүеф төркөмөндә – диабеттан яфаланған, артыҡ кәүҙә массаһы булған, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән ыҙалаған балалар. Вакцинация алдынан уларҙы педиатр ҡарай: тән температураһын, ҡан баҫымын тикшерә, хәлен белешә.

Беренсе компонентты ҡаҙауға ҡаршылыҡ булған сәбәптәр:

- вакцинаның ҡайһы бер компонентына ҡарата үтә ныҡ һиҙгерлек;

- ауыр аллергия реакцияһы;

- киҫкен инфекциялы йәки инфекциялы булмаған сирҙәр, хроник ауырыуҙарҙың киҫкенләшеүе теркәлһә, вакцинация ике-дүрт аҙна үткәс, пациент төҙәлгәс яһала. Ауыр булмаған киҫкен респиратор инфекция, эсәк-ашҡаҙан ауырыуҙары ваҡытында вакцина тән температураһы төшкәс эшләнә.

- 12 йәшкә тиклемге балаларға эшләнмәй.

Икенсе компонентты индереү буйынса ҡаршылыҡтар:

- тәүге вакцинанан һуң ауыр эҙемтәләр (анафилактик шок, ауыр аллергия реакцияһы, тартышыу синдромы, тән температурһы 40 градустан юғарыраҡ һәм башҡалар).

Вакцинаны хроник бауыр һәм бөйөр ауырыуҙары, эндокринология, нервы системаһы ауырыуҙары, шәкәр диабеты, йөрәк сирҙәре, миокардит, эндокардит перикардит кеүек сирҙәр булғанда ла һаҡлыҡ менән яһайҙар.   

Вакцинациялау тураһындағы ҡарар һәр саҡ файҙа һәм хәүеф миҡдарын баһалағандан һуң ғына ҡабул ителә. Мәгәр беҙ шуны ла аңларға тейеш: пандемияны еңеүҙең башҡа юлы юҡ, прививка яһатыу мотлаҡ”,  – тип яуап бирҙе Гөлназ Өлфәт ҡыҙы.

 

 

 

Фото:Рәзилә Байҡусҡарова

Автор:Гүзәлиә Балтабаева.
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-02-10/arar-uylap-abul-itel-en-2688448
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас