ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
8 Февраль 2022, 17:08

Йүткертәме? Тымаулайһыңмы? Температурамы?

Улайһа, “больничный”ҙы телефон аша ғына астырып була

Йүткертәме? Тымаулайһыңмы? Температурамы?Йүткертәме? Тымаулайһыңмы? Температурамы?
Йүткертәме? Тымаулайһыңмы? Температурамы?

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарарына ярашлы, 6 февралдән ковид, вирус инфекцияһы йәки грипп билгеләре  булған граждандар телефон аша табип менән һөйләшкәндән һуң, 7 көнгә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы ала ала.

Әгәр бер аҙнанан һуң да, хәлегеҙ яҡшырмаһа, больничный тағы ла бер аҙнаға оҙайтыла.  Тик был юлы табипҡа күренергә һәм консультация алырға кәрәк буласаҡ.

Сирҙең тәүге билдәләренән һуң, “больничный” алыу өсөн “122” тура линия телефонына йәки йәшәгән урынығыҙ буйынса поликлиникаға шылтыратырға кәрәк.

 

Александр Кряжев/РИА «Новости»

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас