ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
8 Февраль 2022, 17:37

Бөгөн Маҡанда яңы ФАП асылды

Ауыл фельдшеры Гөлшат Яҙыҡбаева 30 йылға яҡын медицина ярҙамы күрһәтә

Бөгөн Маҡанда яңы ФАП асылдыБөгөн Маҡанда яңы ФАП асылды
Бөгөн Маҡанда яңы ФАП асылды

Муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса  башҡарыусы  Рөстәм Шәрипов яңы ФАП, уның тәжрибәле фельдшеры тураһында “Бәйләнештә” төркөмөндәге үҙ сәхифәһендә яҙа.

“Маҡан ауылы фельдшеры Гөлшат Ғәйнизар ҡыҙы медицина өлкәһендә 30 йылға яҡын эшләй. Ауылда уның абруйы ҙур. Һаулығы ҡаҡшаған һәр кем ауыл докторына ашыға.

 Маҡан ауылындағы һаулыҡ һаҡлау объекты күптән яңыртыуҙы талап итә ине. Хәҙер, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуға бәйле,   Гөлшат Яҙыҡбаеваға ауыл халҡына медицина ярҙамын  уңайлы шарттарҙа күрһәтеү мөмкинлеге булдырылды.

Тиҙҙән ошондай уҡ модулле пункт Аҡнаҙарҙа үҙ ишеген аса.  Бәләкәй Арыҫланғол һәм Мәмбәттә лә быйыл заманса ФАП-тар төҙөләсәк”,--тип яҙа Рөстәм Динислам улы.


#командаХабирова
#инвестиции
#национальныепроекты

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас