ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
7 Февраль 2022, 09:02

БЕҘҘЕҢ ЗАМАН ГЕРОЙҘАРЫ

Гөлназ Вәлитова  “БЕҘҘЕҢ ЗАМАН ГЕРОЙҘАРЫ” бәйгеһендә ҡатнаша. «Эшемде бик яратам. Һәр ваҡыт пациенттарҙы мөләйем йөҙ менән ҡаршы алырға тырышам. Сөнки һаулыҡ беҙҙең манипуляцияларға ғына түгел, ә пациенттың кәйефенә, медик менән үҙ-ара аңлашыуына ла бәйле», – ти Гөлназ Васил ҡыҙы.  

БЕҘҘЕҢ ЗАМАН ГЕРОЙҘАРЫБЕҘҘЕҢ ЗАМАН ГЕРОЙҘАРЫ
БЕҘҘЕҢ ЗАМАН ГЕРОЙҘАРЫ

Вәлитова Гөлназ Васил ҡыҙы 1982 йылдың 11 майында Аҡъяр ауылында тыуған. 2000 йылда 1-се Аҡъяр мәктәбененең медицина йүнәлешле лицей класын тамамлағандан һуң, оҙаҡ уйлап тормай Сибай медицина училищеһына уҡырға ингән.

«Быға медиктар араһында үҫеүем сәбәпсе булғандыр: әсәйем Рәсимә Яҡуп ҡыҙы Таҡаева терапия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләне, өләсәйем Нәғимә Әхмәтйән ҡыҙы Ҡәйепова санитар-эпидемиологик станцияһында, ә инәйем Йәмилә Әхмәтйән ҡыҙы Аллағолова процедуралар шәфҡәт туташы булды. Бала саҡта ҡурсаҡтар менән уйнағанда, уларҙы даими “дауаланым”. Медицина хеҙмәткәрҙәренең тышҡы йөҙө менән һәр саҡ һоҡландым. 2002 йылда Сибай медицина училищеһын уңышлы тамамлап, хирургия бүлегендә эшләй башланым. Бында бик тәжрибәле шәфҡәт туташтары Миңзәлә Тәлғәт ҡыҙы Ҡарасова, Рәмилә Хәйретдин ҡыҙы Ғүмәрова һәм башҡаларҙан күп нәмәләргә өйрәндем. 2004-2011 йылдарҙа шәфҡәт туташы-анастезист булып операция блогында эшләнем. 2011 йылдан табип-терапевт кабинетында участка шәфҡәт туташы булдым. Хәҙерге ваҡытта поликлиникала табип-хирургтың шәфҡәт туташы. Эшемде бик яратам. Һәр ваҡыт пациенттарҙы мөләйем йөҙ менән ҡаршы алырға тырышам. Сөнки һаулыҡ беҙҙең манипуляцияларға ғына түгел, ә пациенттың кәйефенә, медик менән үҙ-ара аңлашыуына ла бәйле. Иребеҙ менән бергә өс ул тәрбиәләйбеҙ – Иштуған, Бәхтинур, Нуриман. Аллаһы Тәғәләгә үҙемдең яҙмышыма, атай-әсәйем, ғаиләм, эшем өсөн рәхмәтлемен!», – ти Гөлназ Васил ҡыҙы.

 

Бәйгелә тауыш биреү өсөн һылтанма https://vk.com/app7198399_-154583724?ref=snippet_post#poll61f8c745224d4e99b2ac2ace

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас