

Ишемғолова Илгизә Ғәйепйән ҡыҙы 1967 йылдың 14 мартында Аҡъяр ауылында тыуған. 1982 йылда Сибай медицина училищеһына уҡырға инә. Хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булып хеҙмәт юлын башлай. 1998 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем – наркология кабинетының шәфҡәт туташы. Юғары квалификациялы категорияға эйә.
«Медицина хеҙмәтендә 36 йыл эшләйем. Район дауаханаһының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашам. Башҡортостан Республикаһы шәфҡәт туташтары ассоциацияһы һәм профком ағзаһымын», – ти Илгизә Ғәйепйән ҡыҙы.
Илгизә Ишемғолова “БЕҘҘЕҢ ЗАМАН ГЕРОЙҘАРЫ” бәйгеһендә ҡатнаша. Бәйгелә тауыш биреү өсөн һылтанма https://vk.com/app7198399_-154583724#poll61f8c745224d4e99b2ac2ace