

Иҫәндәүләтова Лилиә Заһир ҡыҙы – хирургия бүлегенең шәфҡәт туташы. Тәжрибәле белгес медицина тармағында 26 йылға яҡын эшләй.
«Мин бәхетле кеше! Аллаға шөкөр, ғаиләм, балаларым, яҡындарым һәм, әлбиттә, яратҡан эшем бар! Медицина хеҙмәтендә эшләгәнемә 26 йыл булып килә. Сирек быуат элек яңы ғына уҡып бөтөп, ҡыуанып эш башлаған инем. Ә хәҙер артҡа әйләнеп ҡараһам: ниндәй үҙенсәлекле, ҡатмарлы, төрлө ваҡиғаларға бай ваҡыт үтеп тә киткән. Һуңғы 18 йыл үҙәк район дауаханаһында хирургия бүлегендә, реанимацияла шәфҡәт туташы булып эшләйем. Эштә төрлө осор ҙа булып тора: ауыр ҙа, еңел дә. Коллективымдам уңдым, бер-беребеҙгә ярҙам итеп торорға әҙерҙәр. Хеҙмәтебеҙ бик яуаплы, шуға күрә айырыуса иғтибарлы, әҙәпле, тырыш булырға кәрәк. Ә инде кеше ғүмерен ҡотҡарып, сирләп килгәндәрҙең хәле еңеләйеп китһә шул тиклем күңелгә рәхәт була. Ҡыуанып, маҡсатыма ирештем тип өйгә ҡайтам. Эйе, эшебеҙҙә дарыу, укол менән генә түгел, мөләйем йөҙ менән, матур һүҙ менән дә ярҙам итәбеҙ үҙебеҙҙең пациенттарға, сөнки яҡшы һүҙ – йән аҙығы», – ти Лилиә Заһир ҡыҙы.