ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
4 Февраль 2022, 07:19

Владимир Путин COVID-19 сирлеләр менән бәйләнештә булғандар өсөн сикләүҙәрҙе бөтөрөү туаһында иғлан итте

-

Владимир Путин COVID-19 сирлеләр менән бәйләнештә булғандар өсөн сикләүҙәрҙе бөтөрөү туаһында иғлан иттеВладимир Путин COVID-19 сирлеләр менән бәйләнештә булғандар өсөн сикләүҙәрҙе бөтөрөү туаһында иғлан итте
Владимир Путин COVID-19 сирлеләр менән бәйләнештә булғандар өсөн сикләүҙәрҙе бөтөрөү туаһында иғлан итте

Рәсәй Федерацияһы властары COVID-19 сирлеләр менән бәйләнештә булғандар өсөн карантин буйынса сикләүҙәрҙе бөтөрөргә планлаштыра. Был хаҡта Рәсәй президенты Владимир Путин «Эшлекле Рәсәй» ағзалары менән осрашыуҙа белдерҙе.

Ул быны «омикрон» менән бәйле ауырыуҙың ағышы үҙенсәлектәре менән аңлатты.

«Дөйөм һығымта шундай: яҡын арала сирлеләр менән бәйләнештә булғандар өсөн сикләүҙәрҙе лә ғәмәлдән сығарырға мөмкин», — тине президент.

Бынан тыш, хөкүмәт коронавирус таралыуға бәйле яңы сикләүҙәр индерергә йыйынмай, яңы локдаун тураһында һүҙ бармай, тип өҫтәне Путин.

«Хөкүмәт рәйесе менән ошо теманы тикшерҙек. Оҙаҡ әңгәмәләштек, шул иҫәптән ошо мәсьәлә буйынса ла. Хөкүмәт ниндәйҙер өҫтәмә сикләүҙәр индерергә йыйынмай», — тип билдәләне дәүләт башлығы.

Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙең 85 төбәгендә коронавирус йоҡтороуҙың 155 768 яңы осрағы асыҡланған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-02-03/vladimir-putin-anonsiroval-snyatie-ogranicheniy-dlya-kontaktnyh-po-covid-19-2679484

Автор:
Читайте нас