ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
3 Февраля 2022, 10:02

Эксперттар Рәсәйҙә коронавирус менән сирләү осраҡтарының артыу һәм кәмеү ваҡытын әйтте

-

Добавить в предпочтительные источники Google
Эксперттар Рәсәйҙә коронавирус менән сирләү осраҡтарының артыу һәм кәмеү ваҡытын әйттеЭксперттар Рәсәйҙә коронавирус менән сирләү осраҡтарының артыу һәм кәмеү ваҡытын әйтте
Эксперттар Рәсәйҙә коронавирус менән сирләү осраҡтарының артыу һәм кәмеү ваҡытын әйтте

Рәсәйҙә COVID-19 йоҡтороу осраҡтарының артыуы дауам итер. Роспотребнадзорҙың Үҙәк Эпидемиология ғилми-тикшеренеү институты директоры урынбаҫары, профессор Наталья Пшеничная ошо хаҡта белдерҙе. Эксперт һүҙҙәренсә, тенденция ил төбәктәрендәге эпидемиологик күтәрелеш кимәленең төрлө булыуына бәйле.

Алыҫ Көнсығыш федераль университетының Биомедицина мәктәбе профессоры Михаил Селканов хәбәр итеүенсә, сирҙең иң юғары нөктәһе февраль аҙағында — март башында көтөлә.

«Март-апрель айҙарында ла ауырыу осраҡтарының күбәйеүе мөмкин. Йәйгә ҡарай сирлеләр кәмеһә, сентябрь-октябрҙә, йәйге ялдан һуң барыһы лаүҙ коллективында эш башлағас, киҫкен респиратор вирус инфекцияһын йоҡтороу хәүефе арта», — тип билдәләне ғалим.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-02-03/eksperty-nazvali-sroki-rosta-i-spada-zabolevaemosti-koronavirusom-v-rossii-2677976

Автор: