

Рәсәйҙә омикрон-штамдың ВА.2 төрөн йоҡтороу осраҡтары асыҡланған, тип хәбәр итте Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова.
«Рәсәйҙә ВА.3 линияһы асыҡланмаған, ВА.2 линияһына ҡараған күпселек осраҡтар Мәскәүҙә, Марий Эл Республикаһында, Ростов өлкәһендә һәм Башҡортостанда теркәлгән», — тине ул.
Бер нисә илдәге мәғлүмәттәр был төрҙөң тағы ла нығыраҡ йоғошло булыуы хаҡында һөйләй.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар