

Муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Шәрипов “Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһендә яҙыуынса, районда уҡыусыларҙа КОВИД-19 асыҡланған тағы ла бер нисә мәктәптә кластар дистанциялы белем ала. “Бәпембә” һәм “Йәйғор” балалар баҡсаларында ике төркөм ваҡытлыса ябылған.
Бөгөнгө көндә районда Ковид-19 диагнозы раҫланған һәм уға шик булған 54 кеше бар. Уларҙың 30-ы—балалар, 3-әүһе—бер йәшкә тиклемге сабыйҙар. Тағы ла 30 кеше пневмония һәм ОРВИ диагнозы менән дауалана.
Хәйбуллаларҙы коронавирусҡа ҡаршы һаҡлыҡ саралары күрергә саҡырам, мөмкинлектән файҙаланып, әүҙем рәүештә вакцинация һәм ревакцинация эшләтеүҙәре өсөн рәхмәт белдерәм. Вакцинацияланырға тейешле 17600 кешенең 16780-е прививка эшләтте. Шуға күрә, пандемияның сираттағы һынауын да именлектә үткәрербеҙ, тигән өмөт бар. Барығыҙға ла сәләмәтлек теләйем!
Сығанаҡ: https://vk.com/id516529973