

Маскова Илүзә Иҙрис ҡыҙы 34 йыл Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй.
«Бала саҡтан уҡ кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙырға, ауырығандарҙың хәлен еңеләйтергә хыялландым. Аллаға шөкөр, ошо хыялым тормошҡа ашты, Өфө ҡалаһының дәүләт медицина училищеһын тамамлап, бына хәҙер Аҡъяр район дауаханаһының хирургия бүлегендә шәфкәт туташы булып 34 йыл эшләйем. Хирургия бүлегендә эшләү үтә лә яуаплы, сөнки табиптар тәғәйенләгән процедураларҙы дөрөҫ башҡарырға кәрәк, хаталанырға ярамай, эҙемтәләре бик ауыр булыуы ихтимал. Ә инде уколдан, операциянан һәр ауырыу кеше нисек ҡурҡҡаны билдәле, шуға күрә психолог та булырға тура килә. Тик һөнәреңде яратып башҡарғанға ғына, бындай мәлдәр ҡурҡытмай. Элек, йәшерәк саҡта, бәлки, һиҙмәгәнбеҙҙер ҙә, әммә хәҙер медицина хеҙмәткәрҙәре иңенә ҙур яуаплылыҡ һалына, талаптар ҙа көслө. Ауырлыктарға ҡарамай хәҙерге заман медицинаһына яраҡлашып тупланған белемемде ҡулланып эшләйем. Халыҡ эшебеҙҙән ҡәнәғәттер, тип уйлайым. Ә мин үҙ һөнәремде яратам, кешеләрҙе дауалауҙан ҡәнәғәтлек кисерәм», – ти Илүзә Иҙрис ҡыҙы.
Илүзә Маскова “БЕҘҘЕҢ ЗАМАН ГЕРОЙҘАРЫ” бәйгеһендә ҡатнаша. Бәйгелә тауыш биреү өсөн һылтанма https://vk.com/app7198399_-154583724#poll61f8c745224d4e99b2ac2ace