ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
1 Февраль 2022, 09:09

БЕҘҘЕҢ ЗАМАН ГЕРОЙҘАРЫ

«Һөнәремде яратам һәм уның менән ғорурланам, балалар менән эшләү миңә бик оҡшай», – ти Рәйсә Батыр ҡыҙы.

БЕҘҘЕҢ ЗАМАН ГЕРОЙҘАРЫБЕҘҘЕҢ ЗАМАН ГЕРОЙҘАРЫ
БЕҘҘЕҢ ЗАМАН ГЕРОЙҘАРЫ

Көнсыуаҡова Рәйсә Батыр ҡыҙы 1960 йылдың 29 авгусында Бүребай ҡасабаһында тыуған, Аҡъярҙа йәшәгән һәм уҡыған. 1-се Аҡъяр урта мәктәбен тамамлағандан һуң, 1977 йылда 1-се Өфө медицина училищеһына уҡырға инә. Уҡыу йортон тамамлап, диплом алғандан һуң, биш йыл дауамында Республика балалар клиник дауаханаһында эшләй. 1985 йылдан Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында процедуралар һәм өлкән шәфҡәт туташы була. Төрлө грамоталар менән бүләкләнгән, юғары категориялы шәфҡәт туташы, Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау отличнигы.

Рәйсә Көнсыуаҡова “БЕҘҘЕҢ ЗАМАН ГЕРОЙҘАРЫ” бәйгеһендә ҡатнаша. Бәйгелә тауыш биреү өсөн һылтанма https://vk.com/app7198399_-154583724#poll61f8c745224d4e99b2ac2ace 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас