ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
31 Ғинуар 2022, 10:17

Райондың ике мәктәбе уҡыусылары тәүгеләрҙән булып коронавирустан балалар һәм үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән “Спутник М” вакцинаһын һалдырҙы

-

Райондың ике мәктәбе уҡыусылары тәүгеләрҙән булып коронавирустан балалар һәм үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән “Спутник М” вакцинаһын һалдырҙыРайондың ике мәктәбе уҡыусылары тәүгеләрҙән булып коронавирустан балалар һәм үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән “Спутник М” вакцинаһын һалдырҙы
Райондың ике мәктәбе уҡыусылары тәүгеләрҙән булып коронавирустан балалар һәм үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән “Спутник М” вакцинаһын һалдырҙы

Район педиатры Фәнисә Аҡбулатова әйтеүенсә, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына килтерелгән ике компонентлы 60 доза вакцинаның тәүге партияһы өс мәктәп уҡыусылары араһында бүленәсәк. 31 ғинуарҙа 1-се Аҡъяр һәм Бүребай мәктәптәре уҡыусылары прививка һалдырһа, 1 февралдә 2-се Аҡъяр мәктәбенең 17 уҡыусыһы вакцина эшләтәсәк. Был көндәрҙә бөтәһе 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге 30 бала вакцинацияланасаҡ. Коронавирус инфекцияһынан вакцина яһатырға теләүсе балалар һәм үҫмерҙәр араһынан әлегә 70 кеше тирәһе. Вакцина килтерелгәс, улар ҙа прививкаға саҡырыласаҡ.

Фекерҙәр:

Фирүзә Шәрипова, 1-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусыһы:

-Быйыл 11-се класты тамамлайым, ҡалаға уҡырға барасаҡмын, шуға күрә вакцина эшләтеү минең өсөн мөһим. Атай-әсәйем үҙҙәре лә вакцинация үткәс, теләгемә ҡаршы килмәнеләр. Коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу өсөн вакцина эшләтеү кәрәктер тип уйлайым.

Татьяна Данилова, Федоровка ауылы:

-Ҡыҙым София 1-се Аҡъяр мәктәбенең 9-сы класында уҡый һәм колледжға уҡырға инергә уйлай. Шуға күрә ҡыҙым прививка эшләтеп, коронавирус инфекцияһынан үҙен һаҡлаясаҡ. Сөнки вирустың яңы штаммына балалар һәм үҫмерҙәр бирешеүсән. Ғаиләбеҙҙә бөтәһе лә вакцинация үтте. Үҙем иһә ревакцинация ла эшләттем. Барыбыҙҙа привиканы яҡшы үткәрҙек. Шуға күрә София ла беҙгә ҡарап, вакцина эшләтергә ҡарар итте. Беҙ иһә уға ҡаршы булманыҡ һәм ҡыҙыбыҙҙың һаулығы өсөн күңелебеҙ тыныс буласаҡ.

Илүзә Кәримова, Аҡъяр ауылы:

-Өлкәндәргә вакцинация кампанияһы башланғандан алып, беҙ тормош иптәшем менән ҡаршы булманыҡ, сөнки һаулыҡ мөһимерәк. Шуға күрә икебеҙҙә былтыр йәй прививка һалдырҙыҡ һәм бөгөн ревакцинацияға килдек. Шул уҡ ваҡытта 1-се Аҡъяр мәктәбендә 9-сы класта уҡыусы улыбыҙ  Нәзир ҙә беҙҙең менән бергә “Спутник М” вакцинаһын эшләтергә килде. Беҙ улыбыҙға вакцина яһауға ҡаршы түгелбеҙ. Ни өсөн тигәндә вируслы ауырыуҙарҙан вакцина  һаҡланыу сараһы булып тора.

 

 

Балаларҙың фотоларын ҡуйыуға ата-әсәләрҙең рөхсәте алынды.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас