ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
31 Ғинуар 2022, 11:12

Миҙгел сирҙәре лә арта

-

Миҙгел сирҙәре лә артаМиҙгел сирҙәре лә арта
Миҙгел сирҙәре лә арта

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнең ҙур өлөшө коронавирус һәм башҡа миҙгел сирҙәре, уларға ҡаршы көрәш темаһына арналды.

“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак белдереүенсә, әле республикала ковид буйынса хәлдәр үтә көсөргәнешле.

– Әммә сирҙең ауырлығы үҙгәрҙе – уртаса ауырлыҡта, еңел һәм симптомһыҙ үткәреүселәр күбәйҙе. Балалар учреждениеларында үҫеш күҙәтәбеҙ, әммә булған контроль механизмдары етәрлек кимәлдә. Балалар түңәрәктәргә, секцияларға бармаһын, сауҙа үҙәктәрендә булмаһын. Был хаҡта ата-әсәләр менән һөйләшергә, улар араһында аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк, – тине ул.

Шул уҡ ваҡытта киҫкен респиратор инфекциялар һәм киҙеү менән сирләү осраҡтары ла бермә-бер артҡан. Артыу 92,5 процент тәшкил итә, дауаханаларға һалыу 40 процентҡа күбәйгән.

– Был осраҡта күберәге өлкәндәр сирләй, шул уҡ ваҡытта 7-нән 14 йәшкә тиклемге балалар ҙа арта. Был тәңгәлдә эпидсик 100 проценттан ашҡан. Дауахананан тыш пневмониялар менән сирләгәндәр кәмей башланы, 30 процент. Тимәк кешеләр ваҡытында медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итә, диагностика ла ваҡытында яһала һәм сир пневмонияға тиклем барып етмәй, – тине Анна Казак.

Етәксе тағы бер шомло хәл тураһында хәбәр итте. Башҡортостанда бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән сирләгәндәр артҡан. “Ғинуарҙа “сысҡан” биҙгәге менән сирләгән 22 осраҡ теркәлгән. Был алдаға ике йыл менән сағыштырғанда күберәк”, – тине ул.

Анна Казак белдереүенсә, быйыл ҡыш йылы, ҡар ҡатламы ҡалын, шуға күрә сысҡандар күп буласаҡ тип күҙаллана. Яҙ миҙгеленә был йәһәттән ныҡлы әҙерләнергә кәрәк, тине ул.

Фото: volsklife.ru

Автор:Альфия Мингалиева.
Автор:
Читайте нас