

«Балаларҙы өйҙән уҡыуға күсереүҙе һорап мөрәжәғәт итәләр, ләкин шәмбе көндө миңә уҡыусыларҙың ни бары 0,67 проценты ғына сирләй тип әйттеләр. Дистантҡа күсеү өсөн нигеҙ юҡ», - тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, район башлыҡтары менән килешеү бар. Роспотребнадзор һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән килешеп, улар мәктәптәрҙе һәм айырым кластарҙы өйҙән уҡыуға күсерергә мөмкин.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар