Башҡортостанда үҫмерҙәр өсөн «Спутник М» вакцинаһы менән 300-ҙән ашыу кеше прививка яһатҡан. Прививка һөҙөмтәле һәм хәүефһеҙ. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирусҡа бәйле брифингта ата-әсәләргә «Спутник М» тураһында нимә белергә кәрәклеге хаҡында һөйләне.