

Күп кенә пациенттар коронавирус инфекцияһынан һауыҡҡандан һуң да сәләмәтлектәренә зарлана. Ялыуҙар төрлө – сәс ҡойолоуҙан алып тромбозға тиклем. Кешенең ниндәй өҙлөгөүҙәргә дусар булыуы ихтимал? Табиптар әйтеүенсә, ковид респиратор сирҙәр төркөмөнә ҡараһа ла, ул теләгән бер ағзаға кире тәьҫир итә ала, шуға күрә уның эҙемтәләре менән бөтә табиптар ҙа – пульмонологтарҙан алып трихолог һәм психиатрҙарға тиклем осраша.
– Коронавирус инфекцияһының шартлы осорҙары бар. Киҫкен сир, ҡағиҙә булараҡ, дүрт аҙнаға һуҙыла, әммә үпкәне яһалма елләтеү аппаратында бер нисә ай ятҡан ауырыуҙар ҙа бар, – ти пульмонолог Алексей Кривоногов. – Икенсе стадия дүрт аҙнанан 12 аҙнаға тиклем дауам итә, был осорҙа кисергән сирҙең билдәләре һаҡлана. 12 аҙна үткәндән һуң тыуған ялыуҙарҙы оҙайлы үҙгәрештәр иҫәбенә индерәләр.
Алексей Кривоногов – пульмонолог, Екатеринбургта “Яңы дауахана” коронавирус инфекцияһы эҙемтәләрен диагностикалау һәм дауалау үҙәге етәксеһе. Уның әйтеүенсә, тәүҙә хәүефле билдәләрҙе асыҡларға кәрәк. Баш мейеһе, нервы системаһы, йөрәк, ашҡаҙан-эсәк юлы менән бәйләнгәндәрен билдәләргә. Киң таралған билдәләр ҙә бар: мәҫәлән, астения, хәлһеҙлек, тиҙ арыу-талсығыу, когнитив үҙгәрештәр. Хроник сирҙәрҙең үҙҙәрен нығыраҡ һиҙҙереүе ихтимал.
Ковид бөтә организмға йоғонто яһаһа ла, тәү сиратта респиратор инфекцияһы булып тора. Йүтәл, тын ҡыҫылыу, ковидтан һуңғы синдром сирләгәндән һуң 12 аҙна үткәс тә кешеләрҙең ун процентында ҡала. Тын ҡыҫылыуын дауалау өсөн табиптар тын алыу гимнастикаһын ҡуллана. Уны бары белгестәр кәңәше менән эшләргә кәрәк.
Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһында тахикардия, йөрәк тибеше йышайыуы күҙәтелеүе ихтимал, был үҙгәрештәр тын ҡыҫылыуы, хәлһеҙлек, хатта иҫ юғалтыу менән барыуы мөмкин. Йыш ҡына артериаль ҡан баҫымы тотороҡһоҙлана.
– Сирҙең тағы бер хәүефле эҙемтәһе бар – вируслы миокардит, йөрәк мускулының ялҡынһыныуы, – ти табип Елена Гричук. – Был йыш ҡына һауыҡҡандан һуң бер нисә аҙна үткәс башлана. Хәлһеҙлек арта, тахикардия, температураның аҙ ғына күтәрелеп тороуы күҙәтелә, йөрәк тирәһендә ауыртыу һиҙелә, аяҡтар шешенә, ритм боҙола. Әгәр ошо билдәләрҙән тыш, күкрәк ситлегендә яндырып ауыртҡан йәки ҡыҫҡан төҫлө ауыртыныу тойһағыҙ, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Пульсығыҙҙы тикшерегеҙ, бик һирәкләһә (минутына 50-нән кәмеһә) йәки йышайһа (минутына 130-ҙан ашһа), докторға барырға сәбәп бар, тигән һүҙ.
Коронавирус сиренән һуң күптәр төрлө ялыуҙар менән неврологка мөрәжәғәт итә башлай: кемдер хәтер насарланыуына, иғтибарын туплай алмауына, баш ауыртыуына зарлана, кемдер мускулдары, быуындары һыҙлауына, аяҡ-ҡул остарының ойоуына, баш әйләнеүенә, хәүефләнеү, тынғыһыҙланыу көсәйеүенә, йоҡоһоҙлоҡҡа дәғүә белдерә.
– Баш мейеһенең “томанланыуы” йыш күҙәтелә, нимәнелер төшөнөү, тиҙ генә һанау, йүнәлеш билдәләү ауырлаша. Йәш пациенттар ҡайһы саҡта, “бындай хәлдең булғаны юҡ ине әле, “тормоз” ҡамасаулап торғандай, тиҙ генә уйлай алмайым”, тиҙәр. Был хәл инсульт ваҡытындағы кеүек, баш мейеһенең зарарланыуына бәйләнмәгән, ул коронавирус инфекцияһының эҙемтәһе булып тора, – тип аңлата доктор Алексей Кривоногов.
Табиптарҙың әйтеүенсә, ковид кисергәндән һуң баш ауыртыуынан яфаланаһығыҙ икән, йоҡоһоҙлоҡ, хәүефләнеү, хәтер юғалыуы, мускулдар ойоуы йонсота икән, ҡурҡырға ярамай. Был билдәләр ике-өс айҙан үтә, бары туҡланыу, хеҙмәт һәм ял тәртибен дөрөҫ ойоштороғоҙ. Хәлегеҙҙең яҡшырмауын йәки насарланыуын тойһағыҙ, табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Еҫ-тәм һиҙеүен юғалтыу ковидтың төп билдәләренең береһенә әүерелде. Тәүҙәрәк был хәл ҡурҡыу уятһа, аҙаҡ шаяртыу өсөн сәбәпкә әйләнһә, хәҙер сир үткәргәндән һуң да еҫ-тәм тойоуҙың ҡайһы саҡта кире ҡайтмауы кешеләрҙе аптырата.
– Ҡайһы берәүҙәргә еҫ-тәм һиҙеү тойғоһо тиҙ ҡайта, кемдәрҙер еҫтәрҙең барыһын да тулыһынса һиҙмәй. Йыш ҡына еҫ һиҙеү эшмәкәрлеге боҙола һәм кеше таныш еҫте бөтөнләй башҡаса тоя. Әлегә сәбәптәрҙе ышаныслы иҫбатлау базаһы юҡ. Әммә һауыҡҡан пациенттарҙың 20 процентында был билдәнең өс айҙан ашыу һаҡланыуы билдәле. Медицина өсөн был хәл яңылыҡ түгел, элек анемияның хроник формаһында, ҡайһы бер витаминдар етешмәгән, еҫ һиҙеү, баш мейеһе зарарланған осраҡтарҙа еҫ һиҙеүҙең боҙолоуын күҙәткән бар, – ти Алексей Кривоногов. – Әммә респиратор сирҙәре ваҡытында бындай хәлде тәүге тапҡыр күҙәтеүебеҙ.
Табиптар еҫ һиҙеүсәнлекте ҡайтарыу өсөн танауҙы махсус изотоник иретмә менән йыуырға һәм күнегеүҙәр үткәрергә кәңәш итә. Өс-дүрт төрлө эфир майҙарын алып, салфеткаларға бер-ике тамсы тамыҙығыҙ һәм һәр береһен еҫкәп ҡарағыҙ. Еҫтәрҙе иҫтә ҡалдырырға тырышығыҙ. Уларҙы аҙ ғына булһа ла айыра башлағандан һуң, өлгөләрҙең урындарын алыштырығыҙ.
Йәнә бер кәңәш. Ковидтың эҙемтәләренән интегеп, оҙайлы дауаланыу алғанға ҡарағанда, коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатыу хәйерлерәк.
Динә АРЫҪЛАНОВА
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-01-28/vaktsina-ya-atyu-h-yerle-2671713