ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
30 Ғинуар 2022, 07:01

“Спутник М”: һорау – яуап

 Эксперттар үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән яңы вакцина, уның составы тураһындағы мәғлүмәттәр менән таныштыра...

“Спутник М”: һорау – яуап“Спутник М”: һорау – яуап
“Спутник М”: һорау – яуап

Нимә ул?

Был – һыналған “СпутникV” вакцинаһының Лайт варианты, тик ул биш тапҡырға шыйыҡлатылған.

Ни өсөн?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда ковид менән сирләгәндәрҙең һәр унынсыһы – бала.

Нисә компонентлы?

Ике.

Ғөмүмән, ул һыналғанмы?

Бер нисә мең йәш ирекмән Мәскәү клиникаларында уны ҡаҙатҡан. Ун ирекмәндең туғыҙында антиесемдәр барлыҡҡа килгән.

Етешһеҙлеге?

Иң етди етешһеҙлеге– температураның 37,4 градусҡа етеүе, һирәгерәк – тымау һәм баш ауыртыуы. Бер нисә көндән был билдәләр юғалған.

Балама минән башҡа уны ҡаҙарға мөмкиндәрме?

15 йәштән өлкән үҫмерҙәр үҙҙәре хәл итә, тик ризалығы тураһында яҙма ғариза булыуы кәрәк. Бәләкәйҙәр өсөн ата-әсә ҡарар ҡабул итә.

Вакцина яһатмаһаң?

Прививка яһатмағандарға власть бер ниндәй ҙә сикләүҙәр ҡабул итергә йыйынмай.

Уны яһатмау өсөн ниндәй ҡаршылыҡтар бар? Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Балағыҙҙы ковидтан һаҡларға теләһәгеҙ, үҙегеҙҙең поликлиникағыҙға мөрәжәғәт итегеҙ. Өҫтәмә үҙәктәр әлегә юҡ. Вакциналар бик аҙ. Табиптарҙа вакцина яһатмау өсөн сәбәптәр исемлеге бар, белешегеҙ.

 

 

 

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-01-28/sputnik-m-orau-yauap-2671629

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас