ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
30 Ғинуар 2022, 09:58

"Бәпембә" хеҙмәткәрҙәре ревакцинация яһата

-

"Бәпембә" хеҙмәткәрҙәре ревакцинация яһата"Бәпембә" хеҙмәткәрҙәре ревакцинация яһата
"Бәпембә" хеҙмәткәрҙәре ревакцинация яһата

Аҡъярҙағы "Бәпембә" балалар баҡсаһы коллективы берҙәм рәүештә вакцина яһатҡан һәм әле ревакцинация үтә. Коллективта бөтәһе 30 кеше. Әйткәндәй, коллективтың ковидҡа ҡаршы прививка һалдыртыуҙан алып берәүҙә лә коронавирус инфекцияһы менән сирләүе асыҡланмаған.

Балалар баҡсаһының физик тәрбиә биреү инструкторы Зөмрәт Ҡоҙабаева әйтеүенсә, үҙенең сәләмәтлеген һәм тирә-яҡтағы кешеләрҙең һаулығын ҡайғыртып, коронавирус инфекцияһынан ревакцинация алған. Был юлы ул «Спутник Лайт»ты һалдырған.

- Коронавирус инфекцияһын эләктерергә теләгем юҡ, шуға күрә ревакцинацияға килдем. Был сир бер кемде лә аямай һәм йәшенә, дәрәжәһенә, һөнәренә ҡарап һайламай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туғандарым араһында сирләгәндәр ҙә, хатта вафат булыусылар ҙа булды. Шуға күрә үҙ һаулығымды хәүеф урынына ҡуймай, үҙ теләгем менән килдем. Һеҙгә лә шуны әйтер инем: прививка алығыҙ,  ревакцинация яһатығыҙ, коронавирусты иҫкәртеүҙең барлыҡ сараларын күрегеҙ. 

Фото һәм сығанаҡ: "Хайбуллинский вестник" гәзите сайтынан.

Автор:Карима Усманова.
Автор:
Читайте нас