

Күмертау ҡала дауаханаһына ҡото осҡан әсә 4 йәшлек ҡыҙыҡайҙы килтергән. Баҡтиһәң, бала муйынсаҡты йотҡан һәм ҡапыл тонсоға башлаған.
Рентген асыҡлауынса, әйбер ситтәре менән туҡымаға йәбешкән, ҡыҙыл үңәсте ҡаплаған һәм трахеяны ҡыҫҡан. Иҫәп бер нисә минутҡа барған, гипоксия артҡан, бала эргәһенә хирургтар, анестезологтар йыйылды, тип һөйләй табиптар. Трахеостомия үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Һөҙөмтәлә сит әйберҙе ҡыҙыл үңәстән сығаралар, һәм аңына килгән ҡыҙыҡайҙы шунда уҡ тиерлек өйҙәренә ҡайтарып ебәрәләр.
Табиптар ата-әсәләрҙе иғтибарлы булырға һәм балаларҙы күҙәтеп кенә ҡалмай, ошондай осраҡтарға юл ҡуймаҫҡа саҡыра. Мәҫәлән, баланың күреү зонаһынан ваҡ хәүефле предметтарҙы алып ташларға. Балалар уйын барышында конструктор деталдәрен, шөрөптәрҙе, ювелир изделиеларын, биҙәүестәрҙе, тәңкәләрҙе йота ала. Иң хәүефлеһе тип батарейкалар һәм магниттар иҫәпләнә. Иң хәүефлеһе тип батарейкалар һәм магниттар иҫәпләнә. Әгәр бала ашарға ярамаған нәмәне йотҡан икән, ашығыс рәүештә дауаханаға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
фото:Күмертау һәм Көйөргәҙе районы дауаханаһы.