ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
25 Ғинуар 2022, 05:40

Республикала «омикрон» штамын йоҡтороуҙың 37 осрағы раҫланды

-

Республикала «омикрон» штамын йоҡтороуҙың 37 осрағы раҫландыРеспубликала «омикрон» штамын йоҡтороуҙың 37 осрағы раҫланды
Республикала «омикрон» штамын йоҡтороуҙың 37 осрағы раҫланды

Башҡортостанда коронавирустың омикрон-штамы менән ауырыуҙың 37 осрағы рәсми раҫланды. Роспотребнадзорҙың республика идаралығы 24 ғинуарға ошондай мәғлүмәттәрҙе иғлан итте.

Ведомствоның матбуғат секретары Регина Аҡмалова һүҙҙәренсә, республикала яңы штамм йоҡторғандарҙың күбеһе сирҙе билдәләрһеҙ үткәрә.

«Бәйләнештә булғандарҙың барыһы ла изоляцияға ебәрелде, тест үткәрелә»,  — тип хәбәр итте ул «Башинформ» агентлығына.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «омикрон» штамының инкубация осоро — 2-5 көн. «Омикрон»дың тиҙ таралыуын иҫәпкә алып, сирле менән аралашҡандан һуң икенсе көнгә йәки бер көн үткәс үк билдәләрҙең барлыҡҡа килеүе ихтимал.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-24/v-bashkirii-podtverzhdeno-37-sluchaev-zarazheniya-shtammom-omikron-2666335

Автор:
Читайте нас