ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
24 Ғинуар 2022, 09:19

Башҡортостанда Студент көнөнә арналған саралар булмай

-

Башҡортостанда Студент көнөнә арналған саралар булмайБашҡортостанда Студент көнөнә арналған саралар булмай
Башҡортостанда Студент көнөнә арналған саралар булмай

Башҡортостанда быйыл коронавирус пандемияһына бәйле 25 ғинуарҙа Студенттар көнө уңайынан күп кеше ҡатнашҡан саралар уҙғарылмай, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

«Коронавирус инфекцияһы үҫешенең ҡатмарлы этабын иҫәпкә алып, беҙ күмәк саралар ойошторорға ярамай тигән ҡарар ҡабул иттек. Шуға ҡарамаҫтан, студенттарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ, күреүегеҙсә, уҙған йылдарҙа юғары уҡыу йорттарын тамамлаған йәш белгестәр бында ҡалһын өсөн байтаҡ эш башҡарылды, үҙебеҙҙең ғилми-белем биреү үҙәктәрен үҫтереү, кампус йәһәтенән яҡшы перспективалар бар. Ҡәҙерле студенттарыбыҙға уңыштар теләйем», — тине республика етәксеһе.
Автор:
Читайте нас