ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
24 Ғинуар 2022, 09:17

Башҡортостанға үҫмерҙәр өсөн 2 800 доза «Спутник М» вакцинаһы килтерелеүе көтөлә

-

Башҡортостанға үҫмерҙәр өсөн 2 800 доза «Спутник М» вакцинаһы килтерелеүе көтөләБашҡортостанға үҫмерҙәр өсөн 2 800 доза «Спутник М» вакцинаһы килтерелеүе көтөлә
Башҡортостанға үҫмерҙәр өсөн 2 800 доза «Спутник М» вакцинаһы килтерелеүе көтөлә

Башҡортостанға 12-18 йәшлек үҫмерҙәр өсөн 2 800 доза «Спутник М» вакцинаһы килтерелеүе көтөлә. Бөгөн республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер — һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ошо турала белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, Милли иммунобиология компанияһы («Нацимбио») республикабыҙға вакцинаны оҙатҡан, әле ул юлда.

«Бөгөн-иртәгә уны килтереүҙәрен көтәбеҙ», — тине Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры.

Забелин һүҙҙәренсә, 24 ғинуарға республикала 2 311 857 кеше вакцинаның тәүге компонентын, 2 170 837-һе икенсе компонентын алған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-24/v-bashkiriyu-ozhidaetsya-postuplenie-2-800-doz-vaktsiny-sputnik-m-dlya-podrostkov-2665824

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас