ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
23 Ғинуар 2022, 05:29

Сибайҙа өр-яңы инфекцион госпиталь төҙөлөшө нисек бара?

Ул Урал аръяғы халҡына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтәсәк.

Сибайҙа өр-яңы инфекцион госпиталь төҙөлөшө нисек бара?Сибайҙа өр-яңы инфекцион госпиталь төҙөлөшө нисек бара?
Сибайҙа өр-яңы инфекцион госпиталь төҙөлөшө нисек бара?

Билдәле булыуынса, Сибай һәм Туймазы ҡалаларында өр-яңы инфекцион госпиталь төҙөлөшө бара. Был аҙнала үткән кәңәшмәлә уның тиҙ арала сафҡа инеү бурысын ҡуйҙы Радий Хәбиров та.

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәһендә төҙөлөштөң барышы хаҡында видеояҙма һәм бик күп фотолар урынлаштырып, түбәндәге яҙманы ҡалдырған.

"Буласаҡ госпиталдең төҙөлөш майҙаны бөгөн ошолай. Эш күләме арта, әле объектта 157 кеше һәм 40  берәмек техника эшләй. Эш сәғәте көндөҙ ҙә, төндә лә дауам итә. Корпустарҙы күтәреү өсөн нығытмалар әҙер, бетон ҡойоу эштәре дауам итә. Ике корпуста тимер ҡоролмаларҙы йыйыу эштәре башланасаҡ, металл конструкцияларҙы тулыһынса урынлашытыру срогы - ғинуар аҙағы. Артабан уны нығытыу, ҡыйығын монтажлау, йылылыҡ, яҡтылыҡ үткәреү, эске биҙәү эштәре һәм мебелдәрҙе, медицина ҡорамалдарын урынлаштырыу ҡала. Барыһы ла план буйынса".

 

 

 

Фото һәм сығанаҡ: Рөстәм Афзаловтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-01-21/r-st-m-afzalov-bary-y-la-plan-buyynsa-2662979
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас